Ҡазан ҡалаһында «Ғүмер ағасы» проектының мәғрифәтселек саралары циклы сиктәрендә башҡорт мәҙәниәте байрамы уҙҙы. Был көндә «Традицион костюм һәм уның элементтары», «Биҙәү-ҡулланма сәнғәте», «Музыкаль инструменттар» һәм башҡа майҙансыҡтар эшләне. Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Ш.Бабич исемендәге дәүләт премияһы һәм М. Мортазин исемендәге премия лауреаты, билдәле фольклорсы, бейеүсе Рәис Низаметдинов милли башҡорт музыка ҡоралдарында - ҡурайҙа һәм ҡумыҙҙа уйнау буйынса оҫталыҡ дәрестәре үткәрҙе.
Ләйсән Ғилманова кейеҙҙән әйберҙәр эшләү нигеҙҙәрен, сигеү менән ҡыҙыҡһынғандар өсөн оҫтабикә Римма Ҡыҙрасова техниканың төп төрҙәрен күрһәтте. Башҡорт кейемендәге реконструктор, «Тамға» халыҡ-ара конкурсы лауреаты, Республика халыҡ ижады үҙәгенең «Урал» этноүҙәге белгесе Хәмдиә Дәүләтова башҡорттарҙың төрлө аксессуарҙарының күргәҙмәһен тәҡдим итте һәм ҡунаҡтарға улар хаҡында һөйләне.