Башҡортостан делегацияһы Ҡурай байрамы сиктәрендә Рәсәй төбәктәре буйлап сәфәргә сыға

Башҡортостан делегацияһы Ҡурай байрамы сиктәрендә Рәсәй төбәктәре буйлап сәфәргә сыға

Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы хәбәр итеүенсә, Башҡортостан делегацияһы Ҡурай байрамы сиктәрендә Рәсәй төбәктәре буйлап сәфәргә сыға. Тәүге туҡталыш – Ғәйнә ерендә.

 23 март көнө Пермь өлкәһенең  Барҙа ауылында урындағы халыҡ менән осрашыу ҡаралған. Ултырыш башлыса Ғәйнә башҡорттары тарихына, рухи мираҫына, туған телде өйрәнеү, халыҡтың үҫеш перспективалары мәсьәләләренә арнала. Унда Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты рәйесенең беренсе урынбаҫары Вельмир Аҙнаев, тарихсы, Башҡортостан Республикаһы Стратегик тикшеренеүҙәр институтының Социологик һәм мәҙәни анализ үҙәге етәксеһе Юлдаш Йосопов, Башҡорт дәүләт университеты доценты Искәндәр Сәйетбатталов, Рәсәй Ҡурайсылар союзы рәйесе Артур Ғайсаров, республиканың Мәғариф министрлығы вәкилдәре сығыш яһаясаҡ.

Ошо уҡ майҙансыҡта “Башҡортостан” ки­ностудияһы фильмдарын күрһәтеү күҙаллана. Тамашасылар “Әсе бал”, “Күңел йыры”, “Тере шишмә” документаль фильмдарын һәм “Ай һәм Урал тауҙары нисек барлыҡҡа килгән?” анимациялы картинаһын ҡарай аласаҡ.

“Ҡурай байрамы” ҙур концерт менән тамамлана. Унда Башҡортостандың халыҡ артистары Азат Айытҡолов һәм Римма Амангилдина, Рәсәй Ҡурайсылар союзы рәйесе Артур Ғайсаров, халыҡ-ара конкурстар еңеүсеһе Марсель Ҡотоев, “Арғымаҡ” этно-рок төркөмө, Башҡортостандың милли халыҡ музыка ҡоралдары оркестры сығыш яһаясаҡ.

Проекттың ойоштороусылары – Башҡортостандың Мәҙәниәт министрлығы, Республика халыҡ ижады үҙәге һәм Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты.

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb