«Башҡортостан» ДТРК-ның эше «ТЭФИ-Төбәк» конкурсының махсус призына лайыҡ булды

«Башҡортостан» ДТРК-ның эше «ТЭФИ-Төбәк» конкурсының махсус призына лайыҡ булды
Өфөлә «ТЭФИ-Төбәк» XV Бөтә Рәсәй телевизион конкурсының бүләкләү тантанаһында «Хәбәрҙәр-Башҡортостан» хәбәрсеһе Зилә Афзалова «Яңы йыл мөғжизәһе» тип аталған эше өсөн махсус приз алды. Тапшырыу «Еңеп сығыу» номинацияһында тәҡдим ителгәйне.

Программаның төп геройы Кемран Парталиев онкология сире менән ауырый, әммә күптәнге хыялы — хоккейсы булыуы теләге үҫмергә ҡурҡыныс сир менән көрәшкәндә көс бирә. Эштең операторҙары — Илшат Ҡаҙаҡҡолов һәм Урал Шәрипов, компьютер графикаһы рәссамы — Вилдан Магомедов. Был номинацияла спорт менән шөғөлләнгән һаулыҡ мөмкинлектәре сикле кешеләр тураһында иң яҡшы 24 тапшырыу күрһәтелгән.

Эрнст Неизвестный эшләгән бронза статуэтка өсөн 167 телекомпания вәкиле көс һынашты. Быйыл бәйгелә ҡатнашыу өсөн 545 эш килгән. «Башҡортостан» дәүләт залында үткән бүләкләү тантанаһын Юлия Меньшова һәм Кирилл Набутов алып барҙы.

Сығанаҡ: «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb