«Башҡортостан» дәүләт концерт залы асыҡ һауала автокинотаетр ойоштора

«Башҡортостан» дәүләт концерт залы асыҡ һауала автокинотаетр ойоштора

«Башҡортостан» дәүләт концерт залы асыҡ һауала автокинотаетр ойоштора

Республиканың төп концерт майҙаны асыҡ һауала автокинотеатр ойоштора – фильмдар «Башҡортостан» дәүләт концерт залы алдында күрһәтеләсәк.

Беренсе сеанс 24 июндә бушлай буласаҡ. Еңеү парадына бағышлап ойоштороусылар А.Галибиндың «Һеңлекәш» фильмын күрһәтә. Йыйылыу ваҡыты - 21:30 сәғәттә, 22:00 сәғәттә кино башланасаҡ.

Машиналар өсөн урындар сикләнгән, шуға күрә +79196124049 телефоны буйынса алдан яҙылырға кәрәк. Фильмдың тауышы радиоприемниктар аша ишетеләсәк.

Асыҡ һауалағы киносеансты ойоштороусылар – «Башҡортостан» дәүләт концерт залы, Өфө ҡалаһы хакимиәте һәм А.Абдразаҡов исемендәге «Башҡортостан» киностудияһы.

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb