«Башҡортостан» дәүләт концерт залында билдәле музыкант һәм йырсы Рәсүл Ҡарабулатов юбилей кисәһен уҙғара

«Башҡортостан» дәүләт концерт залында билдәле музыкант һәм йырсы Рәсүл Ҡарабулатов юбилей кисәһен уҙғара

Легендар «Карауанһарай» фолк-рок төркөмө солисы, Башҡортостандың халыҡ артисы, Ш.Бабич исемендәге дәүләт йәштәр премияһы лауреаты Рәсүл Ҡарабулатов үҙенең юбилей кисәһенә саҡыра. 10 ноябрҙә «Башҡортостан» дәүләт концерт залында ҙур концерт була.

 Концертта бер нисә быуын тамашасылар яратып өлгөргән йырҙар яңыса, яңы аранжировкалар менән яңғырай. Улар — «Порт Артур», «Һылыуым», «Сайҡалалар кәмәләр», «Бөрлөгәнем», «Һағыныу йыры», «Һайра, һандуғасым», «Беззең ил», «Моңло курай», «Ел, ерәнем». Һуңғы йылдарҙа ижад ителгән бик күп йырҙар — «Урал» бәйете, «Дунай», «Миҙгелдәр».

Икенсе бүлектә артистың ижадташ дуҫтары сәхнәгә сыға, улар араһында — татар эстрадаһы йондоҙо Салауат Фәтхетдинов, Башҡорт драма театрының күренекле актеры Фидан Ғафаров, башҡорт эстрадаһы йондоҙҙары Нәзифә Ҡадирова, Артур Туҡтағолов, Миңзифа Исҡужина, Ләйсән Шәрипова. «Карауанһарай» төркөмөнөң һәм Стәрлетамаҡ бейеү театрының сығышын күрергә мөмкин.

Концертта шулай уҡ артистың улы менән ҡыҙы: бейеүсе Ильяс Ҡарабулатов, Санкт-Петербургтан йырсы Гөлнур Ҡарабулатова ҡатнаша.

Рәсүл Рафиҡ улы Ҡарабулатов 1968 йылдың 18 мартында Ейәнсура районы Урта Муйнаҡ ауылында тыуған.

1987 йылда Өфө сәнғәт училищеһының ҡурай класын, аҙаҡ — Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институтының театр факультетын тамамлай. Уҡыу барышында ике йыл СССР Ҡораллы Көстәрендә хеҙмәт итеп ҡайта.

1994—1996 йылдарҙа Башҡортостан Республикаһы Мостай Кәрим исемендәге милли йәштәр театрында эшләй.

1998—1999 йылдарҙа «Башҡортостан» ДТРК-ның «Таныш булмаған таныштар» һәм «Таныш булмаған таныштар-2» музыкаль телефильмдәрендә төп ролдәрҙе башҡара. «Башҡортостан» киностудияһында нәфис фильмдәрҙә төп ролдәрҙә уйнай: Ҡурамша Йәнбирҙин («Сөмбөлдөң етенсе йәйе», 2002 йыл), Мәрәһим («Оҙон-оҙаҡ бала саҡ», 2003 йыл).

2006 йылда Рәсүл Ҡарабулатов Өфө ҡалаһындағы "Дуҫлыҡ Йорто"ноң директоры итеп тәғәйенләнә, 2007 йылдан ул — Башҡортостан Республикаһының «Конгресс-холл» дәүләт унитар предприятиеһының генераль директоры.

2010 йылдың декабренән 2014 йылдың февраленә тиклем Рәсүл Рафиҡ улы — Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһының директоры.

 

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb