«Берҙәм Рәсәй» партияһының төбәк бүлексәһе булышлығында «Башҡортостан» дәүләт концерт залы «Ижади теләктәр шыршыһы» Яңы йыл акцияһын иғлан итте.
Акцияла ҡатнашыу өсөн матди бүләк талап итмәгән ижади йүнәлештәге теләктәр ҡабул ителә:
- «Роль» тибындағы теләк («Мин спектаклдә, фильмда уйнарға, сәхнәлә танылған артист менән сығыш яһарға хыялланам»);
- «Осрашыу» тибындағы теләк («Билдәле артист, йырсы, спортсы һәм башҡалар менән осрашырға хыялланам»);
- «Маҡсат» тибындағы теләк («Мин сәхнә артындағы күренештәрҙе күрергә хыялланам», «Йондоҙ менән йырларға» һәм башҡалар),
- кинотеатрҙарға, концерттарға, спорт сараларына (хоккей) барыу.
«Быйыл беҙ ҡатнашыусыларҙың һәм балаларҙың теләктәрен башҡарыусыларҙың сиктәрен бер аҙ киңәйтергә ҡарар иттек. Акцияла ҡатнашыу өсөн Луганск Халыҡ Республикаһынан һәм Донецк Халыҡ Республикаһынан килгән балаларҙы, шулай уҡ махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың балаларын саҡырабыҙ,- тип билдәләне партияның төбәк бүлексәһе секретары урынбаҫары, «Берҙәм Рәсәй»ҙең төбәк башҡарма комитеты етәксеһе Руслан Насретдинов.- Теләктәрҙе үтәүселәр сифатында йәмәғәт ойошмалары, министрлыҡтар, ведомстволар вәкилдәрен, депутаттар һәм теләгән һәр кемде йәлеп итергә теләйбеҙ. Яңы йыл байрамы һәм шатлыҡ бүләк итербеҙ, тип ышанабыҙ. Бөгөн беҙ бик күп акциялар үткәрәбеҙ, улар аҙ тәьмин ителгәндәргә һәм беҙҙең ярҙамға мохтаж кешеләргә, шул иҫәптән махсус хәрби акцияла ҡатнашыусыларҙың ғаиләләренә ярҙам итеүгә йүнәлтелгән».
Теләктәрҙе 15 декабрҙән 29 декабргә тиклем Этот адрес электронной почты защищён от спам-ботов. У вас должен быть включен JavaScript для просмотра. электрон адресына ебәрергә йәки "Башҡортостан" дәүләт концерт залы алдына Ленин урамы яғынан ҡуйылған йәшниккә һалырға кәрәк.
Проектҡа бәйле һорауҙарҙы ошо һандар буйынса шылтыратып асыҡларға мөмкин: 8 (347) 273-72-54. .
Хатта ижади теләгегеҙҙе яҙығыҙ һәм исем-шәрифегеҙҙе, кеҫә телефоны номерын күрһәтегеҙ.