«Башҡортостан» дәүләт концерт залында төп Яңы йыл тамашаһы уҙа

«Башҡортостан» дәүләт концерт залында төп Яңы йыл  тамашаһы уҙа

21 декабрҙә «Башҡортостан» дәүләт концерт залында Яңы йыл шыршыһы уҙғарыла. Республиканың төп шыршыһына «Киреһенсә Яңы йыл» тигән тамаша әҙерләгәндәр.

Сараны ойоштороусылар хәбәр буйынса, байрамға780 бала — уҡыу алдынғылары, олимпиада һәм спорт ярыштары еңеүселәре, художестволы үҙешмәкәрлек фестивалдәре лауреаттары саҡырылған.

Балаларҙы шат клоундар, шыршы тирәләй флешмоб, яңы йыл фотозоналары, күләмле декорациялар, сағыу костюмдар, 3D-проекция, яңы йыл тамашаһы көтә.

«Киреһенсә Яңы йыл» тамашаһын балалар көн һайын 2019 йылдың 7 ғинуарына тиклем ҡарай аласаҡ.

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb