Башҡорт эстрадаһының үҙенсәлекле вәкиле Заһир Зәйнетдинов менән “Рәсәй-Башҡортостан” телерадиокомпанияһында матбуғат конференцияһы уҙҙы.
Заһир Зәйнетдиновтың 29 март буласаҡ концертын һуңғыһы тип атауы һәм сәхнәнән китеүе хаҡында хәбәре ҡыҙыҡһындырҙы.
– Ике йыл эсендә 200 концерт бирҙек, 8 илде урап сыҡтыҡ, бар Рәсәй буйлап гастролдәр ойошторолдо. Артабан яңы йүнәлеш буйынса хәрәкәт итәсәкбеҙ. Бының өсөн таяныр нигеҙебеҙ, тәжрибәбеҙ бар, – ти Заһир.
“Зәйнетдин” проектының концерт директоры Реналь Әбеҙгилдин социаль селтәрҙәрҙә #ЗәйнетдинТаланттарЭҙләй хэштегы аҫтында үткән бәйге хаҡында һөйләп ишеттерҙе.
Тағы бер ҡыҙыҡлы мәғлүмәт еткерҙе егеттәр: киләсәктә Заһир берәй сит илгә бер яҡҡа ғына билет алып осасаҡ һәм унда музыкант булып йәшәп, кире ҡайтырға аҡса эшләйәсәк.
Заһирҙың бер туған ҡустыһы, әлеге мәлдә Мәскәүҙә М. Горький исемендәге Әҙәбиәт институтында тәржемәсегә уҡып йөрөгән Салауат ағыһы хаҡында “Зәйнетдин. Шаршау артында” исемле китап яҙған икән. Китап менән ошо көндәрҙә танышып буласаҡ
29 мартта “Башҡортостан” Дәүләт концерт залында музыканттың 25 йәшлек юбилейына арналған “Зәйнетдин 25” концерты көтөлә.