Еңеү көнөнә арналған байрам сараларын дәүләт һәм муниципаль мәҙәниәт учреждениелары ойоштора. Йылдағыса “Тыныслыҡ китабы”, “Һалдатҡа хат”, “Тыныслыҡ күгәрсене”, “Өс быуын осрашыуы”, “Еңеү билеты”, “Хәтер шәме” акцияларында әүҙем ҡатнашыу, шулай уҡ фестивалдәр, акциялар, конкурстар, лекциялар, тематик кисәләр, күргәҙмәләр, Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары менән осрашыуҙар, флешмобтар, һәйкәлдәргә сәскә һалыу ҡаралған, — тип белдерәләр республика мәҙәниәт министрлығынан. Иҫтәлекле дата алдынан республика театрҙарында һәм филармонияларында спектаклдәр һәм концерттар күрһәтелә. Еңеү көнө уңайынан концерт һәм рәсми ҡабул итеү 6 майҙа “Башҡортостан” концерт залында уҙа. Муниципалитеттарҙа ла байрам сараларына әҙерлек әүҙем бара. Райондарҙа Дан аҙналығы, “Үлемһеҙ полк” һәм “Балаларға һуғыш тураһында уҡыйбыҙ” акциялары, “Тыуған илем — Рәсәй!” илһөйәрлек сәғәттәре, Ватан Геройҙары тураһында видеопрезентациялар, “Тормошта ҡаһарманлыҡҡа урын бармыҡ” темаһына фекер алышыуҙар ойошторола.