Санкт-Петербургтың “КиноОко” студияһы вәкилдәре Учалыға килеп ҡайтты. Документаль фильмдар студияһы Рәсәй халыҡтарының милли һәм рухи байлығы тураһында видеофильмдар төшөрә. Һуңынан уларҙы интернетта урынлаштыралар. Учалылағы ижади эштә урындағы “Йәйғор”, “Ләйсән”, “Толпар” ансамблдәре, айырым йырсылар, бейеүселәр, ҡурайсылар ҡатнашты, тип хәбәр итәләр Учалы районы хакимиәтенең мәҙәниәт бүлегенән. Ҡунаҡсыл башҡорттар тураһында фильм йәйгә сығыр тип көтөлә.