Башҡортостан гүзәллек бәйгеһе “Һылыуҡай”ҙың 12-се финалисы билдәле булды

Башҡортостан гүзәллек бәйгеһе “Һылыуҡай”ҙың 12-се финалисы билдәле булды

Мәскәүҙә “Мәскәү һылыуҡайы – 2019” конкурсы финалы үтте.
Башҡортостан гүзәллек бәйгеһе “Һылыуҡай”ҙың 12-се финалисы билдәле булды. Унда 18-ҙән 25 йәшкә тиклемге Башҡортостан, Ырымбур һәм Силәбе өлкәләренән ҡыҙҙар ҡатнашты. 20 йәшлек Ырымбур ҡыҙы Зилиә Агишева еңеү яуланы. Әйткәндәй, ул бәйгелә 2017 йылда ҡатнашып, икенсе урынға лайыҡ булғайны. “Һылыуҡай” асыҡ республика конкурсына әҙерлек тулы кимәлдә бара. Бөгөн ҡыҙҙар “Азимут Отель Өфө” ҡунаҡханаһына урынлашты. Улар өс аҙна дауамында стилистар, визажистар менән шөғөлләнәсәк, фотосессиялар үтәсәк. Улар менән Башҡортостан юлдаш телеканалының “Сәләм” тапшырыуында танышырға була.  Бәйгенең финалы 27 апрелдә “Башҡортостан” дәүләт концерт залында үтәсәк. 

 

 

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb