14 апрелдән 16-на тиклем республикала Башҡортостан халыҡтарының милли кейеме көнөнә арналған саралар уҙа. 2020 йылдан республикала Милли кейем көнө йылына ике тапҡыр - апрелдең өсөнсө йомаһында һәм сентябрҙең икенсе йомаһында уҙғарыла. Ошо ваҡиға уңайынан Башҡортостанда сағыу һәм күләмле саралар күҙалланған.
14 апрелдә «Башҡортостан» дәүләт концерт залында «Дуҫлыҡ иле биҙәктәре» республика балалар халыҡ хореографияһы фестиваль-конкурсының гала-концерты уҙа. Фестиваль Рәсәй халыҡтарының мәҙәни мираҫы йылы һәм Башҡортостан Республикаһында Милли кейем көнө сиктәрендә уҙғарыла. Гала-концерт «Башҡортостан» дәүләт концерт залы майҙанында костюмлаштырылған флешмобтан башлана. Унда ҡатнашыусыларға ҡыҫҡаса бейеү күрһәтергә кәрәк. Фестивалдә ҡатнашыусылар милли кейемдәрҙә атлап уҙасаҡ. Бынан һуң барыһы ла бүләкләү тантанаһында һәм гала-концертта ҡатнашыу өсөн ҙур залға үтәсәк.
«Башҡортостан» концерт залының фойеһында республикала йәшәгән халыҡтарҙың "Халыҡтың сигелгән тарихы" таҫтамалдар күргәҙмәһе асыла. Күргәҙмәлә тарихи-мәҙәни үҙәктәр - Халыҡтар дуҫлығы йорто филиалдары музейҙарынан таҫтамалдар тәҡдим ителәсәк.
15 апрелдә иртәнге сәғәт 10-да Башҡортостандың Милли музейында II «Тамға» халыҡ-ара башҡорт милли кейеме оҫталары конкурсының иң яҡшы эштәре күргәҙмәһе асыла. Унда республиканың ҡала һәм райондарынан, Силәбе, Ырымбур өлкәләренән, Мәскәү ҡалаһынан проект финалсыларының, оҫталарҙың, костюмдар буйынса рәссамдарҙың һәм дизайнерҙарҙың эштәре тәҡдим ителә. Күргәҙмә Башҡортостан Республикаһының Милли музейында 29 апрелгә тиклем эшләйәсәк.
15 апрелдә иртәнге 11-ҙә Башҡортостан Республикаһының Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге Милли китапханала «Халыҡ костюмын интерпретациялау мәсьәләһе» исемле түңәрәк өҫтәл үтә. Уның маҡсаты - фән вәкилдәрен һәм оҫталарҙы халыҡ кейемен реконструкциялау һәм трансформациялау, эшлекле бәйләнештәр булдырыу, фәнни һәм практик ҡаҙаныштар менән алмашыу, тикшеренеүҙәр һөҙөмтәләрен ғәмәлгә индереү мөмкинлектәрен тикшереү мәсьәләләренә йәлеп итеү.
15 апрелдә иртәнге 11-ҙә шулай уҡ Ҡаҙағстанда йәшәүсе яҡташтар менән телекүпер ойоштороласаҡ. Осрашыуҙың ойоштороусыһы - Башҡортостандың Халыҡтар дуҫлығы йорто.
15 апрелдә иртәнге 10-12 сәғәттәрҙә Өфө күп профилле һөнәри колледжында башҡорт милли биҙәүестәрен, селтәр эшләү буйынса оҫталыҡ дәресе үтә.
Шул уҡ көндә «Милли кейемдәрҙә фото» республика флешмобы уҙғарыла. Теләге булғандарҙың барыһы ла үҙҙәренең фотоһүрәтен Vkontakte, Одноклассники социаль селтәрҙәренә һәм Telegram каналына #НациональныйКостюм2022 #МиллиКейем2022 хештэгтары менән һала ала. Бәйгеселәрҙең эштәре Башҡортостандың Халыҡтар дуҫлығы йорто һәм Республика халыҡ ижады үҙәгенең рәсми аккаунттарында урынлаштырыласаҡ.
16 апрелдә көндөҙгө сәғәт 12-нән киске 9-ға тиклем Башҡортостан Республикаһы халыҡтарының Милли кейем көнөн «Арт-Квадрат» ҡала киңлегендә байрам итәләр. Өфөлә йәшәүселәрҙе һәм баш ҡала ҡунаҡтарын «Ағиҙел» башҡорт художество кәсептәре предприятиеһының дизайнер милли кейемдәре, «Салауат», «Сарби», Min_zifa, «Ағиҙел ынйыһы» ательелары, MIRRALOFFICIAL (никах күлдәктәре), мишәр һәм төньяҡ-көнбайыш башҡорттарының халыҡ күлдәктәре менән таныштырыу көтә. АРТ-Квадратта шулай уҡ биҙәү-ҡулланма сәнғәте оҫталарының етештергән эштәрҙең күргәҙмә-йәрминкәһе, еңел сәнәғәт йәрминкәһе ойошторола. Унда милли кейем өлгөләре тәҡдим ителә, Башҡортостандың тарихи-мәҙәни үҙәктәре оҫталыҡ дәрестәре ойошторола. Ошонда уҡ фотостудия эшләй, унда теләгән һәр кем милли кейемдә фотоға төшә ала.