Башҡортостан халыҡтарының милли кейеме көнөнә арналған «Хазина-2021» интернет-конкурсы еңеүселәре билдәләнде

Башҡортостан халыҡтарының милли кейеме көнөнә арналған «Хазина-2021» интернет-конкурсы еңеүселәре билдәләнде

Конкурс шарттары буйынса, 7 апрелдән 17-нә тиклем «Бәйләнештә» һәм «Инстаграм» социаль селтәрҙәрендә милли биҙәүестәр, этник стилдәге аксессуарҙар менән фотоға төшөп, #Хазина2021 хештегын ҡуйырға кәрәк ине.

Республика халыҡ ижады үҙәгендә хәбәр итеүҙәренсә, 350-нән ашыу кеше фотоһүрәт ебәргән. Башҡортостандан тыш, Ханты-Манси автономиялы округы – Югранан, Пермь крайынан, Силәбе, Ҡурған, Свердловск һәм Ырымбур өлкәләренән, шулай уҡ Канада һәм Германия илдәренән дә ҡанташыусылар булған. «Бәйләнештә» социаль селтәрендәге 213 ҡатнашыусынан Ханты-Манси автономиялы округынан Альбина Аҡбулатова еңеүсе тип танылған. Уның фотолары 536 лайк йыйған.

«Сығышым менән Баймаҡ районының Ҡаратал ауылынан, әлеге ваҡытта Сорғотта йәшәйем. Шәфҡәт туташы булып эшләйем, өс бала әсәһемен. Ике йыл элек стилләштерелгән түшелдерек эшләү менән мауыға башланым, һуңынан традицион биҙәүестәр эшләү теләге уянды. Мин уларҙы һатмайым, заказдар алмайым — был яратҡан шөғөлөм. Әле күлдәктәр һәм камзулдар тегергә өйрәнергә уйлайым. Пландар һәм теләктәр күп!» – тигән Альбина Иршат ҡыҙы.

«Инстаграм» социаль селтәрендә лә ҡатнашыусылар байтаҡ булған. 149 ғариза араһынан иң күп лайктарҙы Өфө районының Алексеевка ауылында йәшәүсе Илвина Фәтҡуллина йыйған. Еңеүселәргә Амелия Йәшелбаева әҙерләгән алҡалар тапшырыласаҡ. Уның @etno_butik_amelia инстамагазинында  этник стилдәге биҙәүестәр тәҡдим ителә. Әйткәндәй, оҫтабикә — Рәми Ғарипов исемендәге 1-се Башҡорт республика гимназия-интернатының XI класс уҡыусыһы.

Интернет киңлегендә ҙур ҡыҙыҡһыныу уятҡан конкурстың ойоштороусыһы – Башҡортостан  халыҡтар дуҫлығы йорто.

Башҡортостан халыҡтарының милли кейеме көнөнә арналған «Хазина-2021» интернет-конкурсы еңеүселәре билдәләнде
Башҡортостан халыҡтарының милли кейеме көнөнә арналған «Хазина-2021» интернет-конкурсы еңеүселәре билдәләнде

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb