Башҡортостан хәрби-тарихи фестиваль ойоштороу буйынса ил кимәлендәге конкурста ҡатнашасаҡ. Музейҙар, тарихи клубтар төрлө осорҙарға бағышланған проектар тәҡдим итергә тейеш. Рәсәй хәрби-тарихи ойошмаһы иғлан иткән конкурс 30 мартҡа тиклем дауам итә, 25 иң яҡшы проект һайлап алына, уларҙы ғәмәлгә ашырыу өсөн матди ярҙам күрһәтеләсәк. Бәйгенең маҡсаты – Рәсәй тарихына иғтибарҙы арттырыу, хәрби дан обьектарын киңерәк танытыу, туризмды үҫтереү. Хәрби-тарихи ойошманың Башҡортостан идаралығы етәксеһе, отставкалағы подполковник Ғәли Вәлиуллин әйтеүенсә, алдағы пландар райондарҙа тарихи клубтарҙың эшен йәнләндереү менән бәйле.