Башҡортостан йырсылары илдә иң популяр башҡарыусылар исемлегендә

Башҡортостан йырсылары илдә иң популяр башҡарыусылар исемлегендә

“Юлдаш” радиоһы хәбәр итеүенсә, “Яндекс” компанияһы аналиктиктары йырсылар рейтингын әҙерләгән. Ул айырым башҡарыусыларҙы интернетҡа эҙләү күрһәткесе буйынса төҙөлгән. Һөҙөмтәлә, исемлеккә беҙҙең республикала тыуып үҫкән 14 музыкант индерелгән. Беренсе урында рок-йырсы Земфира килә, ә икенселә ДДТ төркөмө һәм Юрий Шевчук урынлашҡан. Тәүге унау араһында шулай уҡ Радик Юлъяҡшин, Ришат Төхвәтуллин, Салауат Фәтхетдинов бар. Әйткәндәй, билдәле йырсылар рейтингында Башҡортостан илдә туғыҙынсы урында. Беренсе-икенсе баҫҡысты Мәскәү менән Санкт-Петербург бүлешә.

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb