“Башҡортостан” киностудияһы Ағиҙел яры буйында кино күрһәтте

“Башҡортостан” киностудияһы Ағиҙел яры буйында кино күрһәтте

“Башҡортостан” киностудияһы беренсе “Кино кесаҙнаһы” үткәрҙе. Ағиҙел йылғаһы буйында 3*4 метрлыҡ экран һәм махсус  ҡорамалдар ҡуйылды.

Киносеанс алдынан билдәле музыкант Ренарт Абдулов гитарала төрлө композициялар уйнаны, тамашасыларға яҡшы кәйеф булдырҙы.

Сеанс алдынан “Өс таған” фильмының трейлеры күрһәтелде. 22 сәғәттә “Алдар батыр һәм һоро бүре” исемле йәнһүрәт күрһәтелде. Артабан ҡыҫҡа метражлы “Мин өйләнәм” (режиссеры – Т. Бураҡаева), “Еңмеш” (режиссеры  - Айнур Асҡаров), “Ҡырағай” (режисееры – Ф. Утарбаева) фильмдары күрһәтелде.

Киномарафонды яҡынса 250 кеше ҡараны.

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb