«Башҡортостан» киностудияһы башҡорт әкиәттәре буйынса йәнһүрәт әҙерләй

«Башҡортостан» киностудияһы башҡорт әкиәттәре буйынса йәнһүрәт әҙерләй

Әмир Абдразаҡов исемендәге «Башҡортостан» киностудияһы батырҙар тураһындағы башҡорт әкиәттәре нигеҙендә анимация фильмы әҙерләй. Йәнһүрәт ун минутҡа иҫәпләнгән, рус телендә донъя күрәсәк. Анимациялы картина республика Хөкүмәте һәм Мәҙәниәт министрлығы булышлығында төшөрөлә.  

Проект авторы – мультипликатор Рим Шәрәфетдинов.

Яңы «йәнһүрәт» әлегә «Батыр әкиәттәре» тип атала. Әлеге ваҡытта мультипликаторҙар персонаждарҙы йәнәләндерә, милли уйын ҡоралдарын файҙаланып, музыка һайлай.  

Кескәй тамашасыларға был йәнһүрәтте Яңы йылға күрһәтергә йыйыналар.

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb