“Башҡортостан” киностудияһы “Саптар” фильмын төшөрә

“Башҡортостан” киностудияһы “Саптар” фильмын төшөрә

“Башҡортостан” киностудияһы Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында Мәскәүҙе һаҡлау тураһында “Саптар” исемле ҡыҫҡа метражлы фильм төшөрә башланы. Сценарий авторҙары – Роман Пожидаев һәм Зөһрә Бураҡаева. Режиссер – Роман Пожидаев, оператор-ҡуйыусы – Рияз Исхаҡов, рәссам – Айгөл Байрамғолова, фильм директоры – Алина Шакирова.

“Фильмдың сюжеты Мәскәүҙе һаҡлағанда минең олатайым, башҡорт шағиры, офицер, Ҡыҙыл Йондоҙ ордены кавалеры Хәниф Кәрим менән булған ысын тарихҡа нигеҙләнгән, – ти режиссер. – Ул һуғыштың беренсе көнөнән алып Еңеүгә тиклем ҡатнашҡан, Берлинғаса еткән”. “Саптар”ҙың нигеҙендә – Хәниф Кәримдең ҡамауҙа ҡалған разведка төркөмө хаҡында хәтирәләре. Лейтенант Кәримов ролен башҡорт актеры һәм режиссеры Илсур Ҡаҙаҡбаев башҡара.

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb