«Башҡортостан» киностудияһы төшөргән «Өс хат» фильмы Рәсәйҙең 100 ҡалаһында күрһәтеләсәк

«Башҡортостан» киностудияһы төшөргән «Өс хат» фильмы Рәсәйҙең 100 ҡалаһында күрһәтеләсәк

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы хәбәр итеүенсә,  23 апрелдән 20 майға тиклем Бөйөк Еңеү көнөнөң 73 йыллығына илдең 100-ҙән ашыу тораҡ пунктында Бөйөк Ватан һуғышы тарихына арналған Бөтә Рәсәй фильмдары күрһәтеләсәк.

Программаға «Башҡортостан» киностудияһы төшөргән «Өс хат» фильмы (режиссер Руслан Юлтаев, сценарист Дамир Йосопов, оператор Рафаил Сарваев) ингән. Ул 2017 йылда «Киноға тәнәфес» кинофестивалендә Гран-при яуланы.

Бөтә Рәсәй фильмдар показын ойоштороусы – «Быуындар күпере» халыҡҡа социаль ярҙам итеү фонды. Сара граждандар йәмғиәтен үҫтереүгә Рәсәй Федерацияһы Президенты грантын файҙаланып, «Һуғышҡа тәнәфес» йәштәр проекты сиктәрендә ойошторола.

Сараларҙың маҡсаты — Рәсәй йәштәренә һуғыш фажиғәһе хаҡында һәм улар бөгөн тик экран аша ғына күҙәткән шул ҡурҡыныс ваҡиғаларҙы үтеп сыҡҡан кешеләр тураһында хәтергә төшөрөү. Бөтә картиналар — «Киноға тәнәфес» Бөйөк Ватан һуғышы тураһында киноларҙың ҡыҫҡа метражлы кино фестивале лауреаттары.

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb