«Башҡортостан» киностудияһы Әмир Абдразаҡовтың исемен йөрөтәсәк

«Башҡортостан» киностудияһы Әмир Абдразаҡовтың исемен йөрөтәсәк

«Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров республика Хөкүмәтенең тейешле ҡарарына ҡул ҡуйған. Документ хоҡуҡи мәғлүмәт порталында баҫылған.

«Башҡортостан» киностудияһына Әмир Абдразаҡовтың исеме биреләсәк.

Абдразаҡов Әмир Ғәбделмән улы — башҡорт театр актёры, кинорежиссёр, сценарист. «Башҡортостан» киностудияһын ойоштороусы һәм уның беренсе директоры. 1961 йылдан СССР Театр эшмәкәрҙәре союзы, 1997 йылдан Рәсәй Кинематографсылар союзы ағзаһы. 

Әмир Ғәбделмән улы Абдразаҡов 1934 йылдың 15 ғинуарында Ырымбур өлкәһе Александровка районы Ҡәйепҡол ауылында тыуған.

1959 йылда А. В. Луначарский исемендәге Дәүләт театр сәнғәте институтын (ГИТИС) О. И. Пыжков һәм Б. В. Бибиков класы буйынса тамамлай һәм актёрлыҡ эшен Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрында башлай. Унда 1962 йылғаса эшләй.

1962 йылдан БАССР Министрҙар Советы ҡарамағындағы Телевидение һәм радио тапшырыуҙары комитетына режиссёрлыҡ эшенә күсерелә. Ф. Биишев менән берлектә Яныбай Хамматовтың «Бөртөкләп йыйыла алтын» (1979) һәм Ғәли Ибраһимовтың «Кинйә» романдары буйынса тәүге күп сериялы телевизион нәфис фильмдар төшөрә.

«Башҡортостан» киностудияһын ойоштороуҙа ҡатнаша һәм уның беренсе директоры була.

 

 

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb