«Башҡортостан» киностудияһына Әмир Абдразаҡовтың исеме бирелә

«Башҡортостан» киностудияһына Әмир Абдразаҡовтың исеме бирелә

Башҡортостан Хөкүмәтендә «Башҡортостан» киностудияһына Әмир Абдразаҡовтың исемен биреү тураһында бойороҡ әҙерләнгән. Был хаҡта «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына республиканың мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова хәбәр итте.

«Бөгөн республиканың үҙенең киностудияһы, башҡорт киноһын төшөрөү өсөн шарттар һәм мөмкинлектәр булыуында Әмир Ғәбделмән улының өлөшө ҙур, — тине Шафиҡова. — Тап ул телевидениела эшләгән һәм фильмдар төшөргән йылдарҙа республика етәкселеген тулы метражлы нәфис фильмдар өсөн шарттар тыуҙырыу кәрәклегенә ышандыра. Бөгөн уның эшен дауам иткән кинематографистарҙың йәш быуыны киностудияға Әмир Абдразаҡовтың исемен биреү тәҡдимен индерҙе. Республика Башлығы ҡарамағындағы Мәңгеләштереү комиссияһы ла башланғысты бер тауыштан хупланы. Яҡын көндәрҙә «Башҡортостан» киностудияһына Әмир Абдразаҡовтың исемен биреү тураһында бойороҡ баҫылырға тейеш».

Әмир Ғәбделмән улы Абдразаҡов — башҡорт актёры, сценарист һәм кинорежиссер. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре һәм Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты.

 

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb