«Башҡортостан» киностудияһында төшөрөлгән «Тәүбә» фильмы Ҡырымда үтәсәк фестивалдә ҡатнаша

«Башҡортостан» киностудияһында төшөрөлгән «Тәүбә» фильмы Ҡырымда үтәсәк фестивалдә ҡатнаша

3-6 ноябрь көндәрендә  Симферополдә, Евпаторияла һәм Ялтала «Человек, познающий мир» кинофестивале үтә. Сара Рәсәй Мәҙәниәт министрлығы һәм Ҡырым Республикаһының Мәҙәниәт министрлығы ярҙамында ойошторола.

Фестивалдә Башҡортостан Республикаһынан Вилүрә Иҫәндәүләтованың «Тәүбә» фильмы ҡатнаша. Кинофильмдың сценарий авторы Мәғәфүр Тимербулатов, продюсеры Азамат Хужәхмәтов.

«Тәүбә» фильмы еңел булмаған яҙмышлы кеше менән таныштыра. Уға имам булып киткәнсе күп тормош һынауҙарын үтергә тура килгән.

«Тәүбә» фильмы 2015 йылда «Көмөш Аҡбуҙат» II халыҡ-ара милли һәм этник кино фестиваленең «Документаль фильмдың иң яҡшы геройы өсөн» номинацияһында призға лайыҡ булды, быйыл Өфөлә «Ҡул ҡыҫыу» халыҡ-ара кинофорумында ҡатнашты. Тағы ла бер юғары награда — Рәсәй мосолмандары Үҙәк диниә назаратының дипломы.

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb