Иртәгә-17 апрелдә Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан «Китап» нәшриәте әҙәбиәт, йыр-моң һөйөүселәрҙе, ҡәләм тибрәтеүселәрҙе «Иңдәремдә заман хәстәре» исемле «Автограф көнө»нә саҡыра. Сарала журналист, шағирә, Башҡортостандың атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәре Рәзилә Низамованың «Заман сулышы» (баҫма татар телендә) китабының исем туйы үткәрелә.
Байрамда автор һәм ошо йыйынтыҡҡа ингән абруйлы әңгәмәселәр - дәүләт эшмәкәрҙәре, ғалимдар, табиптар, яҙыусылар, шағирҙар, сәхнә йондоҙҙары, уҡытыусылар, ер хеҙмәтсәндәре менән осрашыу көтөлә.
Сара нәшриәттең (Октябрь проспекты, 2) тамашасылар залында сәғәт 14.00 башлана.