Башҡортостан ”Китап”нәшриәтендә өс авторҙы берләштергән “Салауат сәләме”,“Өмөтдар”,“Берләм юл” шиғри йыйынтыҡ донъя күрҙе. Талантлы шағир Буранбай Исҡужиндың (1952 – 2007) шиғырҙар тупланмаһы “Салауат сәләме”тип атала. Уның әҫәрҙәрендә сихри наҙ ҙа, үткер ҡаяу ҙа, өмөт һәм өмөтһөҙлөк кеүек хис-тойғолар һүрәтләнә.
Әҡсән Хәлиловтың шиғырҙар шәлкеме “Өмөтдар” исеме аҫтында бирелгән. Автор афористик әйтемдәр аша фәлсәфәүи фекерҙәр һалынған ҡыҫҡа, аҡ шиғырҙар тәҡдим итә.
Йыйынтыҡтағы өсөнсө автор – Фәрит Әхмәтов һәм уның тупланмаһы “Берләм юл” тип атала. Уның был китапта тыуған еренә, ауылдаштарына арналған һәм тормош ауырлыҡтарына бирешмәйенсә йәшәргә өндәгән фәһемле шиғырҙары урын алған.