Башҡортостан китаптары иң яҡшылар рәтендә

Башҡортостан китаптары иң яҡшылар рәтендә

Мәскәүҙә Китап баҫтырыусылар ассоциацияһының «Йылдың иң яҡшы китаптары» конкурсы тамамланды.

Быйылғы бәйгегә илдең 46 төбәгенән 500-ҙән ашыу баҫма тапшырылған. Ғалимдар, уҡытыусылар, нәшриәтселәр, китапханасыларҙан торған эксперттар советтары 13 тематик номинация буйынса бер айға яҡын эшләгәндән һуң үҙ ҡарарын сығарҙы.

Конкурс йомғаҡтары буйынса Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан «Китап» нәшриәте ике диплом менән бүләкләнде:

— «Рус телен популярлаштырыу өсөн» номинацияһында — «Тел ынйылары. Башҡорт халыҡ мәҡәлдәре һәм әйтемдәре» китабы өсөн (рус, башкорт, инглиз, немец телдәрендә; авт. Ф. А. Нәҙершина һәм Э. М. Созинова);

— «Иң яҡшы төбәк баҫмаһы» — «Таштуғайҙың ике батыры. Хөрмәтулла Үтәшев. Тормошо һәм ижад юлы» (төҙөүселәре Д.С. Ҡәйүмова, З.Ш. Ҡарабаева) һәм «Башҡорт музыка ҡоралдары» (авт. А. Ҡобағошов) китаптары өсөн.

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb