"Башҡортостан" концерт залы алдында коляскалар парады үтте

"Башҡортостан" концерт залы алдында  коляскалар парады үтте

Был сара өc йөҙҙән ашыу ғаиләне берләштерҙе. Бәйгелә ҡатнашыусылар коляскаларҙы биҙәп, үҙҙәре әкиәт һәм тылсымлы персонаждарға әйләнеп, бер-береһе менән фантазия иркенлегенә ярышты. Күләмле сараға Аҡбуҙатҡа атланып башҡорт милли кейемдәрендә килеүселәр ҙә булды.

"Башҡортостан" концерт залы алдындағы майҙанға йөҙҙән ашыу йәш ғаилә йыйылды. Ата-әсәләр балалар коляскаһын биҙәүгә ҙур фантазия һалған. Бигерәк тә сабыйҙарға бәләкәй тирмәләр эсендә йөрөү күпкә уңайлы булғандыр. Иркен дә, бөхтә лә, ҡояш нурҙарынан да һаҡлай.

Парадта ҡатнашыусылар ҙур бер ғаилә булып Өфө үҙәгенән үтте. Сағыу коляскалар янында фотоға төшөп, сағыу ваҡиғаны тарихҡа теркәргә теләүселәр ҙә күп булды.

Бәйге һигеҙ номинация буйынса ойошторолдо. Улар араһында "Минең атайым иң яҡшыһы" тигәне лә бар ине. Хоҡуҡ һағындағылар, төҙөүселәр, янғын һүндереүселәр балаларын ҡыуандырып, парадта ҡатнашты. Шулай уҡ "инстаграм йондоҙо", "сикһеҙ донъя", "бәхетле бала саҡ" кеүек номинацияларҙа ла сығыш яһаусылар күп булды.

Балалар коляскала ултырып, селлә эҫелә йөрөү һынауын уңышлы үтте тиергә була. Сара дауамында илау тауыштары ишетелмәне. Сабыйҙарҙың йөҙөндә бәхет сатҡылары ғына.

Өфөлә бал ҡортондай тырыш ғаиләләрҙең күп булыуына хайран ҡалырлыҡ. Байрам тантанаһы Яҡутов исемендәге паркта тамамланды. Бында кескәйҙәр өсөн уйындар ойошторолдо, финалистарҙы бүләкләү тантанаһы үтте.

 

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb