«Башҡортостан» концерт залында мәшһүр яҡташыбыҙ, билдәле скрипкасы, дирижер Владимир Спиваковтың фестивале үтте

«Башҡортостан» концерт залында мәшһүр яҡташыбыҙ, билдәле скрипкасы, дирижер Владимир Спиваковтың фестивале үтте

Сәхнә оҫтаһы исемендәге  фестиваль Өфөлә өсөнсө тапҡыр ойошторола. Был юлы зал классик музыка һөйөүселәр менән тулы ине. Республика Башлығы ла Владимир Спиваковтың баш ҡалалағы бер концертын да ҡалдырмай.  Бөгөн дә Рөстәм Хәмитов тамашасылар араһында.  

Сәхнәнән берсә дәртле, берсә талғын моң ағыла.  Ә тамаша залында себен осҡанын да ишетергә мөмкин, халыҡ тын да алмай классик музыка даръяһына сумған .Ә Рәсәйҙең милли филармония оркестры менән дирижерлыҡ иткән Владимир Спиваковтың ҡулдарына күҙ ҙә эйәрмәй, моң уның һәр бер хәрәкәтенән тыуа һымаҡ.  Бөгөн тамашасылар өсөн Моцарт, Шостакович һәм башҡа бөйөк композиторҙарҙың әҫәрҙәре яңғырай.
Владимир Спиваков фестиваленең төп биҙәге һәләтле балалар. Бөгөнгө концертта фортепианола Япониянан 13 йәшлек Шио Окуи уйнай. Ә иртәгә тамашасыларҙы оркестр менән бергә скрипка  моңдары ла көтә. Солист тәүге фестивалдең еңеүсеһе Даниэль Лозакович. Швециянан килгән 16 йәшлек малайға Владимир Спиваков былтыр 100 мең доллар торған музыка ҡоралы бүләк иткәйне.
Ә бына Радислав Гәрәев был концертҡа республика башлығының махсус саҡырыуы буйынса килгән. Өфө филофонистар клубы рәйесе үҙенең фатирында  донъялағы иң мәшһүр композиторҙарҙың ижад емештәрен һаҡлай.  Рөстәм Хәмитов авгус айында классик музыка һөйөүсе Радислав Гәрәев менән осрашып Владимир Спиваковтың  концертына саҡырыу ҡағыҙы вәғәҙә иткәйне.
Классик музыка ул  йәнгә генә түгел, тәнгә лә дауа. Сөнки ул тәндең бөтә күҙәнәктәренә үтеп ине мөғжизәле музыка донъяһына алып инә. Физик мөмкинлектәре сикләнгән балалар тәрбиәләүсе ата-әсәләр әйтеүенсә, моң дауалау көсөнә лә эйә.
Владимир Спиваков  фестивале өс көн дауам итә, бар концерттарҙа ла маэстро үҙе дирижерлыҡ итәсәк.
Владимир Спиваков саҡыра фестиваленә нигеҙ 2001 йылда һалына. Ошо йылдарҙа мәҙәни сара илдең төрлө төбәктәрендә уҙа. Ә Өфө халҡы айыруса бәхетле, баш ҡалабыҙ  фестивалде өсөнсө тапҡыр ҡабул итә. Владимир Спиваков гастролдәр графигы тығыҙ булыуға ҡарамаҫтан тыуған ҡалаһын, яҡташтарын онотмай, классик музыка концерттары менән ҡыуандырып тора.

Сығанаҡ: http://tv-rb.ru

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb