Бөгөн, 22 августа, Башҡортостан Республикаһының мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова Мәскәүҙә уҙасаҡ Беренсе балалар мәҙәни форумына арналған матбуғат конференцияһында ҡатнашты. «сара барышында министр көҙ айҙарында көтөлгән төп мәҙәни саралар хаҡында һөйләне.
Республиканың Милли симфоник оркестры сентябрь башында Мәскәүҙә ике концерт ҡуя. 2 сентябрҙә данлыҡлы коллектив Мәскәү дәүләт консерваторияһының Ҙур залында Илдар Абдразаҡовтың V юбилей фестивален асыу тантанаһында, 3 сентябрҙә Мәскәү дәүләт академия филармонияһының П. Чайковский исемендәге концерт залы сәхнәһендә донъяға билдәле пианист Денис Мацуев менән бергә сығыш яһаясаҡ.
30 августа республиканың дәүләт оркестры симфоник музыка һөйөүселәрҙе Өфө сәнғәт училищеһының Концерт залында йыясаҡ һәм йыллыҡ абонементтар йәрминкәһен үткәрәсәк.
Иң көтөлгән ваҡиғаларҙың береһе – ул, әлбиттә, республика театрҙарында яңы миҙгелде асыу. Әле актерҙар йәйге ялдан сығып, яңы спектаклдәр өҫтөндә эш башлаған да инде.
9 сентябрҙә сираттағы Милли кейем көнө уҙғарыла. 1 октябрҙә, матур йола буйынса, билдәле яҙыусы Сергей Аксаковҡа арналған Аксаков байрамы гөрләйәсәк.
11 октябрь – Башҡортостан Республикаһы көнө. Уға арналған байрамдар теҙмәһендә “Геройҙар дәүере” тип аталған Беренсе Бөтә Рәсәй патриотик йырҙар фестиваленең гала-концерты ла бар. Унда Рәсәйҙең халыҡ артисы Олег Газманов ҡатнаша. Легендар комдив, Рәсәй Геройы Миңлеғәле Шайморатовҡа һәйкәл асыу тантанаһы ошо көнгә билдәләнгән. Гала-концертты ла яңыртылған Совет майҙанында ҡарарға мөмкин була. Был көндө республика сәнғәт оҫталарының “Үлемһеҙ батырлыҡ өсөн тыуғандар” тип аталған концерты күҙаллана.