Башҡортостан Милли музейы самауырлы ритайымға саҡыра

Башҡортостан Милли музейы самауырлы ритайымға саҡыра

15 февралдә Башҡортостан Милли музейы «Музейҙа самауырлы ритайым» сараһына саҡыра. Ул «Музейҙа матур осрашыу» йәштәр проекты сиктәрендә уҙа.

Сарала киң билдәле "Самауырлы Ритайым" командаһы менән осрашыу, музейҙың этнография залдары һәм ваҡытлыса күргәҙмәләре буйлап сәйәхәт, музей фондтарында һаҡланған бик һирәк күрһәтелгән уникаль әйберҙәр менән биҙәлгән тирмәлә фото төшөү, тәмле сәй, этник сауҙа нөктәләре һәм башҡа бик күп ваҡиғалар көтә.

Самауырлы ритайым киске 6-ла башлана.

- Үҙегеҙ менән дуҫтарығыҙҙы һәм ғаиләгеҙҙе алып килегеҙ,- тип саҡыра ойоштороусылар.

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb