Июнь айы башында Башҡортостан Милли музейында “Япон ҡурсаҡтары Кокэси илендә” исемле күргәҙмә эшләй башланы.
Күргәҙмәлә йөҙҙән ашыу экспонат ҡуйылған. Кокэси тип аталған был ҡурсаҡтар Сендай ҡалаһында бер нисә быуат элек барлыҡҡа килгән. Япондар уйынсыҡтарҙы саған, сейә, йә ҡайын ағасынан яһай.
Кокэси дизайны ике төргә бүленә - традицион һәм авторлыҡҡа. Тәүгеһендә тик ҡыҙҙар һүрәтләнә, һәр ҡурсаҡҡа һүрәт ҡулдан төшөрөлә, оҫтаның ҡултамғаһы ҡуйыла. Авторлыҡ буйынса эшләнгән кокэсиҙың формаһы, үлсәмдәре, төҫтәре төрлө. Күптәрен һаҡлаусы-ҡот булараҡ өйгә ултыртылар. Әйткәндәй, Японияла был ҡурсаҡтар 1945 йылдан һуң популярлаша башлай.
Башҡортостан Милли музейы Өфө ҡалаһы, Совет урамы,14 адресы буйынса урынлашҡан. Күргәҙмә сәғәт 11.00 –ҙән алып 18.00 тиклем эшләй, дүшәмбе ял көнө.