Март башында, йәғни 3 март көнө Башҡортостан Милли музейында Хәтирәләр селтәре исеме аҫтында үҙенсәлекле күргәҙмә асылды.
Селтәр күргәҙмәһе музейҙың үҙенсәлекле шөғөлгә бағышланған тәүге проекттарының береһе.
Рәсәй оҫталарының эштәре менән таныштырыу һәм селтәрҙең һуңғы 150 йылдағы тарихын сағылдырыу-күргәҙмәнең төп маҡсаттарының береһе.
Күргәҙмәлә боронғо ҡул эштәре, заманса әйберҙәр ҙә урын алған. Улар араһында ирланд техникаһы буйынса эшләнгәндәре лә, энә менән бәйләнгәндәре лә бар. Залда барлығы 200 тирәһе ҡул эше урын урын алған.
Селтәр әйберҙәр электән көнкүрештә лә киң ҡулланылған. Ҡул оҫталары карауаттар, өҫтәлдәр өсөн япмалар, ҡорғандар бәйләгән. Матур биҙәктәрҙән йыйылған күлдәктәр, альяпҡыстар, баш кеймдәре иһә кешегә зауыҡ, күркәмлек өҫтәй. Айырыуса яғалар киң ҡулланыш тапҡан, улар һәр кейемгә биҙәк, сағыулыҡ өҫтәй. Шуға күрә был шөғөлө йылдар дауамында юғалмай, яңынан-яңы элементтар менән байып килә.
Күргәҙмәне гүзәл заттар бик яратып ҡабул иткән, ҡул эштәре матурлыҡ та тыуҙыра, нервыларҙы ла тынысландыра, ти улар.