Башҡортостан музейҙарында Миңлеғәли Шайморатов тураһында документаль фильм күрһәтеләсәк

Башҡортостан музейҙарында Миңлеғәли Шайморатов тураһында документаль фильм күрһәтеләсәк

Еңеү көнө алдынан Башҡортостан музейҙарында  1941-1945 йылдарҙағы, Бөйөк Ватан һуғышында 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһының легендар командиры, генерал-майор Миңлеғәли Минһаз улы Шайморатов тураһында күрһәтеләсәк.

Музейҙарҙа Берҙәм кинолекторий Еңеү көнөн байрам итеү алдынан, бөтә ҡатнашыусы музейҙарҙа бер ваҡытта 2018 йылдың 8 майында иртәнге сәғәт 11-ҙән 12-гә тиклем була. Ул күргәҙмә залдарында йәки Бөйөк Ватан һуғышына һәм Башҡортостан халҡының Бөйөк Еңеүгә һалған өлөшөнә арналған күргәҙмәләрҙә уҙа. Миңлеғәли Шайморатов тураһында фильм башланыр алдынан һәм унан һуң музей хеҙмәткәрҙәре аңлатма биреп үтә.

 «Музейҙарҙа берҙәм кинолекторий» акцияһын ойоштороусыһы- Башҡортостандың Милли музейы.

Акцияның маҡсаты – балаларға, үҫмерҙәргә һәм йәштәргә музей саралары ярҙамында гражданлыҡ-патриотик тәрбиә биреү, музейҙарҙы берләштереүгә һәм мәҙәни-аң-белем таратыу эшенең сифатын күтәреүгә булышлыҡ итеү.

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb