Афиша
Яңылыҡтар
Медиа
Шәхестәр
Редакция
Кино
Музейҙар
Музыка
Театрҙар
Китапхана
Мәғәриф
Хореография
Рәсем
Халыҡ ижады
Башҡортостан йөҙө
Карта учреждений и афиш
Вы здесь:
Главная
Яңылыҡтар
Башҡортостан М.З. Шакировтың 100 йыллығын билдәләй
Төп яңылыҡтар
ММС күҙәтеү
Яңылыҡтар архивы
Кесе йома, 06 октябрь 2016
Башҡортостан М.З. Шакировтың 100 йыллығын билдәләй
Миҙхәт Шакировтың тыуыуына 100 йыл тулыу сиктәрендә Башҡортостан Республикаһының Милли музейында «Башҡортостан тарихы: үткәне, бөгөнгөһө һәм киләсәге” тип исемләнгән Бөтә Рәсәй ғилми-практик конференция үтте.
Сараға республикабыҙҙың билдәле йәмәғәт эшмәкәрҙәре, Миҙхәт Закир улының замандаштары йыйылғайны. Конференцияла Башҡортостан Республика Хөкүмәтенең премьер-министр урынбаҫары Салауат Сәғитов сығыш яһаны:
«Күптән түгел генә Рәсәй Федерацияһы Президенты Владимир Путин 2019 йылда Башҡортостан Республикаһының 100-йыллығын билдәләү указына ҡул ҡуйҙы, республикабыҙ тарихында Миҙхәт Шакиров яҡты эҙ ҡалдырған шәхес. Ул куп быуын идарасылары тәрбиәләгән етәксе булды...».
Шулай уҡ Рәсәй Фәндәр академияһы Өфө ғилми үҙәге, республика юғары уҡыу йорттары профессорҙары докладтар уҡыны. Төп доклад менән хеҙмәт ветераны, 1971-1988-се йылдарҙа “Башкирэнерго” ойошмаһының генераль директоры вазифаһын башҡарған, 1978-1991-се йылдарҙа КПСС-тың Башҡорт обкомы ағзаһы, 1979-1988 йылдарҙа СССР-ҙың юғары совет депутаты Ш.Р. Әбдерәшитов Миҙхәт Шакир улының Башҡорт АССР-ы энергетика хужалығын үҫтереүгә күп көс һалыуы тураһында сығыш яһаны.
Хеҙмәт ветераны, 1982-1985-се йылдарҙа КПСС-тың ҡала комитететының беренсе сәркәтибе, 1986-1992-се йылдарҙа КПСС-тың Башҡорт обкомы ағзаһы, Башҡорт АССР-ның Министҙар Советы рәйесе М.П. Мирғәзәмов сығышы менән М.З. Шакировтың оҫта идарасы, бөйөк кеше булыуын тағы ла бер иҫбатланы.
Билдәле башҡорт эшмәкәренең тыуыуына 100 йыллығын билдәләү сараһының дауамы ла бар. 31 октябрь көнө, М.Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театрында тантаналы кисә үткәреү һәм башҡалабыҙҙың үҙәгендә Шакиров исемендәге сквер асыу ҡаралған.
Гүзәл Багаева
СМОТРИТЕ ТАКЖЕ
Коллектив Фольклорного ансамбля «Мирас» завершил гастроли
Сегодня на сцене Башдрамтеатра состоялась премьера спектакля «Бомба»
Бөгөн Башҡорт академия драма театры сәхнәһендә «Бомба» премьераһы үтте
В Башкирской филармонии им.Х.Ахметова прошли «Крещенские морозы»
Яңылыҡтар
Башҡортостандың Милли музейы Яныбай Хамматов иҫтәлегенә шахмат турниры ойоштора
Шаршамбы, 14 январь 2026
|
Тулыраҡ >
Өфөлә Башҡортостандың халыҡ артисы Светлана Арғынбаеваның бенефисы уҙа
Шаршамбы, 14 январь 2026
|
Тулыраҡ >
Өфөлә башҡорт мәғрифәтсеһе Ғәли Соҡоройҙоң 200 йыллығына арналған кисә уҙа
Шишәмбе, 13 январь 2026
|
Тулыраҡ >
Главное меню
Афиша
Яңылыҡтар
Медиа
Шәхестәр
Редакция
Каталог
Кино
Музейҙар
Музыка
Театрҙар
Китапхана
Мәғәриф
Хореография
Рәсем
Халыҡ ижады
Башҡортостан йөҙө