Башҡортостан Мәҙәниәт министрлығының киңәйтелгән коллегия ултырышы үтте

Башҡортостан Мәҙәниәт министрлығының киңәйтелгән коллегия ултырышы үтте

Сара СССР-ҙың халыҡ артисы Гөлли Мөбәрәкованы бер минут тынлыҡ менән иҫкә алыуҙан башланды. Мәҙәниәт министрлығының коллегия ултырышында коллегия ағзалары, район һәм ҡала хакимиәте башлыҡтарының социаль эш буйынса урынбаҫарҙары һәм мәҙәниәт бүлеге начальниктары, республика мәҙәниәт һәм сәнғәт учреждениелары, ижтимағи ойошма һәм ижади берекмәләре етәкселәре ҡатнашты.

Уҙған 2018 йыл йомғаҡтары барланды һәм 2019 йылға маҡсаттар билдәләнде.

Театр йылына бәйле республикала бик күп маҡсаттар билдәләнгән. Улар араһында мәҙәниәт учреждениеларының матди-техник базаһын ремонтлау, төҙөкләндереү кеүек бурыстар бар.

Башҡортостандың мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова әйтеүенсә, 2019-20 йылдарҙа федераль проекттарҙы ғәмәлгә ашырыласаҡ. Уларҙың сиктәрендә Башҡорт дәүләт ҡурсаҡ театры һәм рус драма театры биналары ремонтланасаҡ.

 

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb