Башҡортостан Нияз Мәжитовтың 85 йыллығын билдәләйәсәк

Башҡортостан Нияз Мәжитовтың 85 йыллығын  билдәләйәсәк

Нияз Мәжитовтың  хәтер кисәһе 19 октябрҙә Ғафури районының Красноусол ауылы мәҙәниәт һарайында уҙасаҡ.

Сараны ойоштороусылар – Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты, Ғафури районы хакимиәте һәм Ғафури районы яҡташтар ойошмаһы. Танылған археолог, БР Фәндәр академияһы академигы, тарих фәндәре докторы, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитетының беренсе рәйесе Нияз Мәжитов Ғафури районының Туғай ауылында тыуған.
Пермь дәүләт университетын тамамлаған. СССР Фәндәр Академияһы Башҡортостан филиалының Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтында кесе ғилми хеҙмәткәрҙән Башҡортостан Фәндәр академияһының вице-президентына тиклем юл үтә.
1956-1979 йылдарҙа СССР Фәндәр Академияһы Башҡортостан филиалында Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтында археология һәм этнография бүлеге мөдире. 1979 йылдан бирле Башҡорт дәүләт университетында эшләй. 1991 йылдан археология, боронғо һәм урта быуат кафедраһы мөдире.
300-гә яҡын фәнни хеҙмәт, 12 монография авторы.
Нияз Абдулхаҡ улы Мәжитов 2015 йылдың 11 октябрендә Өфө ҡалаһында вафат булды.

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb