Әстерхан өлкәһендә Рәсәй халыҡтарының милли кейемен һаҡлауға һәм үҫтереүгә йүнәлтелгән «Этностиль» Бөтә Рәсәй милли костюмдар конкурсы уҙҙы.
Был конкурстың маҡсаты – оҫталарҙы, модельерҙарҙы, педагогтарҙы һәм уҡыусыларҙы халыҡ кейемен өйрәнеүгә, һаҡлауға һәм үҫтереүгә дәртләндереү, шулай уҡ тәжрибә уртаҡлашыу һәм һәләтле авторҙар менән коллективтарға булышлыҡ итеү.
Быйыл сара онлайн-форматта уҙҙы. Ул Дағстан, Башҡортостан, Бүрәт, Коми, Сыуашстан республикаларынан, шулай уҡ Курск, Әстрхан, Архангел, Волгоград, Мәскәү, Тула өлкәләренән һәм Ямал-Ненец автономиялы округынан ҡатнашыусыларҙы берләштерҙе. Шулай уҡ Тажикстан һәм Үзбәкстан оҫталары үҙ эштәрен тәҡдим итте.
«Этнографик костюм» номинацияһында Вәсилә Камалтинова – лауреат, Гөлсөм Хөсәйенова – беренсе, Әлфинә Ғәбиҙуллина икенсе дәрәжә лауреат исемен алды. Әлиә Аллағолова, Гөлнур Сөләймәнова һәм Сәриә Ғәбитова конкурс дипломдары менән билдәләнде. Был оҫтабикәләрҙең барыһы ла –«Тамға» халыҡ-ара башҡорт милли кейеме оҫталары конкурсының төрлө йылдарҙағы лауреаттары.
Фотолар Республика халыҡ ижады үҙәгенең матубғат хеҙмәтенән.