Күптән түгел Һуҡырҙар өсөн Башҡортостан республика махсус китапханаһы Новосибирскиҙа “1941-1945 йылғы Бөйөк Ватан һуғышында сибиряктарҙың ҡаһарманлығы” мемориаль ансамблендә спорт буйынса етенсе “Пирамида” фестивалендә ҡатнашты.
Быйыл Себергә Хабаровскиҙан алып Екатеринбургка тиклем туғыҙ өлкә йыйылған. Ҡатнашыусылар ҡыҙыҡлы бәйгелә көс һынаны. Конкурс талаптары буйынса, электрон билдәне табырға һәм махсус чип ярҙамында билдәләргә кәрәк ине.
Комплекс буйынса барыһы биш станция урынлашҡайны. Был мауҡыҡтырғыс тамашала һәр кем оло теләк менән ҡатнашты.
Ойоштороусылар әйтеүенсә, тәүге “Пирамида”фестивалендә бер-нисә кеше генә ҡатнашҡан булған.
Фестиваль программаһы бик бай төҙөлгәйне.Театрҙарға барыу ойошторолдо, ә бәйгенең һуңғы көнөндә, Рәсәйҙәге иң ҙур зоопаркка экскурсия уҙғарылды.
Был сәйәхәт хәтерҙәрҙә иң сағыу мәлдәр ҡалдырҙы.