Башҡортостан Республикаһы Милли музейында Совет осорондағы яңы йыл уйынсыҡтары донъяһы менән таныштырыусы «Яңы йыл менән!» тип исемләнгән күргәҙмә асылды.
Өфө коллекционеры Владимир Буравцов быяланан, мамыҡтан һәм картондан эшләнгән төрлө-төрлө шыршы уйынсыҡтары, яңы йыл битлектәре, бәләкәй флагтар, мишуралар, гирляндалар, Ҡыш бабай һындарын тәҡдим итә. Шулай уҡ күргәҙмәлә ХХ быуат башындағы раштыуа һәм яңы йыл открыткалары коллекцияһы менән танышырға мөмкин.
Шыршы уйынсыҡтары тупланмаһына 300-ҙән ашыу предмет инә һәм ХХ быуаттың 30-80 йылдарында яңы йыл уйынсыҡтары тарихын күҙәтергә мөмкинлек бирә.
үткән заманға ҡайтырға һәм илдең иң яратҡан байрамы хаҡында хәтирәләргә бирелергә, йәнә яңы йыл шыршыһының тылсымын тойорға теләһәгеҙ «Яңы йыл менән!» күргәҙмәһенә рәхим итегеҙ!