Башҡортостан Республикаһының халыҡ шағиры Рәшит Шәкүрҙең ҡыҫҡа шиғырҙары "Ынйы муйынсаҡ" йыйынтығында донъя күрәсәк. Проект Башҡортостан Республикаһы Башлығы гранттары фонды ярҙамында тормошҡа ашырыла.
Йыйынтыҡ шағирҙың афористик ижады өлгөләренән - бер, ике, өс юллы, дүрт юллы, алты юллы, һигеҙ юллыҡтарҙан төҙөлә. Уларҙа - тормош һәм ваҡыт, кешеләрҙең яҙмышы тураһында фәлсәфәүи уйланыуҙар, илле йыл эсендә тупланған ижади тормош.
Рәшит Шәкүр шиғырҙарында шиғри башҡорт теле муйынсаҡҡа теҙелгән ынйы - ысыҡ рәүешендәге күҙ алдына баҫа.
Шиғриәтһеҙ хәҙерге башҡорт телен үҫтереү мөмкин түгел, ҡыҫҡа шиғырҙар йыйынтығы дәүергә ауаздаш: улар ҙа беҙҙең заман кеүек үк миһырбанлы һәм сағыу. Проект тамамланғандан һуң да республика райондарында йыйынтыҡтың исем туйы дауам итәсәк.