Башҡортостан Республикаһының Милли музейында 1 апрелдә Көлкө көнөнә арналған сара - Әҙәби ҡунаҡхана уҙғарыла. Был сарала яҙыусы-сатирик, журналист, «Шонкар» йәштәр журналының яуаплы сәркәтибе Венер Исхаков менән осрашыу ойошторола.
Саранан һуң Әҙәби ҡунаҡханала ҡатнашыусыларға Башҡортостан Республикаһының Милли музейы күргәҙмәләрен ҡарау, яҙыусы менән фотоға төшөү һәм автограф алыу мөмкинлеге буласаҡ.
Осрашыу 14 сәғәттә башлана.