Башҡортостан Республикаһының Милли музейында «Мой язык - язык дружбы. Минең телем - дуҫлыҡ теле» акцияһы үтте

Башҡортостан Республикаһының Милли музейында «Мой язык - язык дружбы. Минең телем - дуҫлыҡ теле» акцияһы үтте

12 декабрь көнө сәғәт 12.00-лә республиканың бөтә муниципаль берәмектәрендә «Мой язык – язык дружбы. Минең телем – дуҫлыҡ теле» тигән акция уҙғарылды. Был акцияға Башҡортостан Республикаһының Милли музейы ла ҡушылды. Башҡортостан Республикаһының Милли музейына Башҡорт дәүләт университетының Башҡорт филология һәм журналистика факультеты студенттары, Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институты студенттары саҡырылды. Акцияны тантаналы рәүештә Башҡортостан Республикаһының Милли музейының генераль директоры урынбаҫары Марат Миңлеғәле улы Зөлҡәрнәев асты. Сара Илдар Шәрипов башҡарыуында башҡорт халҡының «Урал» көйө менән асылды.
«Мой язык - язык дружбы. Минең телем - дуҫлыҡ теле» акцияһын музыкаль яҡтан Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институты студенттары алып барҙы: Гөлназ Мамбетова (думбыра), Ринат Солтанаев (баян), Гөлназ Мәғзүмова (ҡумыҙ, джембо). Улар башҡорт халыҡ йырҙарынан: «Форт-Перовский», «Әпипә», «Байыҡ», «Ялсығол» көйҙәрен, шулай уҡ бер нисә бейеү көйҙәренән торған музыкаль композиция башҡарҙылар. Ҡунаҡтарҙы үҙенең «Башҡортостан илгенәм» тигән йыры менән М.Исҡужин исемендәге 136-сы һанлы Башҡорт лицейының 3-сө синыф уҡыусыһы Фәрхәт Шәрипов таң ҡалдырҙы.

«Мой язык - язык дружбы. Минең телем - дуҫлыҡ теле» акцияһында Башҡортостан Республикаһының Милли музейы хеҙмәткәрҙәре Асия Закиржанова, Лилиә Харисова, Лилиә Әминева, Регина Ситдыҡова, Әлиә Ишмөхәмәтова ҡунаҡтарға башҡорт телендә шиғырҙар уҡып ишеттерҙе. Акцияға Башҡорт дәүләт университетының Башҡорт филологияһы һәм журналистикаһы факультеты студенттары ла ҡушылды. Улар үҙҙәре яҙған һәм яратҡан авторҙарының шиғырҙарын уҡыны.
Акция аҙағында мультимедия проекторы аша Ғәли Вәлиуллин һүҙҙәренә, Илшат Хәлилов музыкаһына яҙылған «Әсәйемдең гөлдәре» тигән йыр яңғыраны. Ул йырҙы Башҡортостандың, Татарстандың Халыҡ артисы, Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған артисы, вокал сәнғәте профессоры Иҙрис Ғәзиев башҡарҙы.

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb