Башҡортостан Республикаһының Милли музейында уҡытыусылар көнөнә арналған әҙәби кисә уҙҙы. Сараға уҡытыусы һөнәрен һайлаған, шулай уҡ шиғыр, хикәйәләр ижад иткән уҡытыусылар саҡырылды. Сарала танылған яҙыусы, 2-се һанлы Инйәр урта мәктәбенең башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы, «Ағиҙел», «Шоңҡар», «Аманат», «Башкортостан ҡыҙы» республика журналдарында йыш ҡына донъя күргән тәрән йөкмәткеле әҫәрҙәр авторы Әлиә Марс ҡыҙы Саматова, шулай уҡ яҙмышын балалар уҡытыуға бағышлап, балалар өсөн күп кенә шиғырҙар, йырҙар ижад иткән Фәйрүзә Хәбетдин ҡыҙы Кинйәбаева ҡатнашты. Әҙибәләр Өфө мәктәптәре уҡыусылары алдында сығыш яһаны.
Әҙәби кисәне Башҡортостан Республикаһының Милли музейы директоры урынбаҫары Гүзәл Асҡарова тәбрикләү һүҙе менән асып ебәрҙе. Фәйрүзә Кинйәбаева һүҙҙәренә, Артур Туҡтағолов көйөнә яҙылған видеоролик күрһәтелде. Фәйрүзә Кинйәбаева балаларға үҙенең шиғырҙарын уҡыны, һәр шиғырының кемдәргә бағышланыуын әйтеп үтте, уҡыусылар менән әңгәмә алып барҙы.
Әлиә Саматова үҙенең нисек ижадҡа килеүен һөйләп китте, әҫәрҙәренең яҙылыу тарихы менән таныштырҙы, әҫәренән өҙөктәр уҡыны. Ветеран уҡытыусы Нәғимә Сәлимйән ҡыҙы ҡәләм оҫталарының ижадына ҡарата үҙенең ҡарашын белдерҙе, фекерҙәре менән бүлеште. Байрам хөрмәтенә ҡурайҙа М.Кәрим һүҙҙәренә, А. Ҡобағошов музыкаһына ижад ителгән «Уҡытыусыма» йыры яңғыраны.
Сарала ҡатнашыусы уҡыусылар ҙур тәьҫораттар алды, саҡырылған әҙиптәргә үҙҙәрен ҡыҙыҡһындырған һорауҙар бирҙе, Әлиә Саматова иң ҡыҙыҡ һорау биргән уҡыусыға китабын бүләк итте.
Саранан һуң күмәкләп фотоға төшөү, музейҙың күргәҙмә залдары буйлап сәйәхәт итеү ойошторолдо.
Бындай Әҙәби кисәләр, ижади осрашыуҙар йәш быуын өсөн файҙалы. Уҡыусылар авторҙар менән осраша, уҙ фекерҙәрен еткерә, ижади процеста ҡатнаша. Яҙыусылар ҙа үҙенең аудиторияһын күрә, ижади йүнәлешен билдәләй, уҡыусыларҙы борсоған темаларҙы билдәләй.