Башҡортостан Республикаһының Яҙыусылар союзы “Заман, тема һәм герой” тип исемләнгән республика семинарын уҙғара

Башҡортостан Республикаһының  Яҙыусылар союзы “Заман, тема һәм герой” тип исемләнгән республика семинарын уҙғара

Яңы исемдәр асыу, бөгөнгө проза талаптарын һәм үҙенсәлектәрен байҡау, оло әҙиптәр тәжрибәһен өйрәнеү маҡсатында, Башҡортостан Республикаһының Яҙыусылар союзының Проза һәм публицистика секцияһы “Заман, тема һәм герой” тип исемләнгән республика семинары үткәрә.

Сараға 50 йәшкә тиклемге башҡорт телендә проза өлкәһендә эшләүсе башҡорт яҙыусылары, тәнҡитселәр, билдәле әҙиптәр саҡырыла. Семинарсылар исемлеген секция һәм идара раҫлай. Бының өсөн ҡатнашырға теләүселәрҙән заявка ҡабул ителә. Унда 1-2 яңы проза әҫәре (ҡаралама хәлендә лә булыуы ихтимал), автор тураһында тулы мәғлүмәт (ҡайҙа йәшәй, ҡасан яҙыша башлаған, баҫылған әҫәрҙәре, китаптары һәм телефоны, электрон адресы) булырға тейеш.

Заявкаларҙы 1 апрелдән 30 апрелгә тиклем , электрон адрестарына ебәрергә.
Сараны үткәреү ваҡыты һәм урыны апрель аҙағында хәбәр ителәсәк.

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb