Интернет селтәрендә ҡыҙыҡлы бер проект күҙгә салынып ҡалды. “Башҡортостандың яратҡан рәссамдары” тип атала ул. Идея авторы – Стәрлебаш районында тыуған уҙаман, фән кандидаты, ғүмере буйы үҙен белем алған һөнәренә бағышлаған нефть-химия тармағы белгесе Наил Мәхмүтов. Документалистика уның өсөн мауығыу ғына булған, әммә тора-бара был өлкә лә уны үҙенә йәлеп итеп, ун бер йыл эсендә “Яҡташтар” проектына ярашлы 13 китап сығарыуға өлгәшкән. Араларында йәшлек йылдарына, комсомол ойошмаларына, төҙөлөш отрядтарына, хатта Юрий Шевчукка арналғаны ла бар. Ә нисек рәссамдар донъяһына ылығып китеүе хаҡында Наил Мәхмүтов әңгәмә барышында һөйләр.– Бала саҡтан оҡшай ине миңә һынлы сәнғәт донъяһы, әммә, икенсе өлкәлә эшләү сәбәпле, уға әллә ни иғтибар ҙа итеп бөтмәгәнмендер. Ә бит Башҡортостандың хозур тәбиғәтенә, уны һынландырған рәссамдарҙың эшенә һоҡланмау мөмкин түгел. Ошо рәүешле беҙҙең ерлектә тыуған оҫталарҙың ижад өлгөләрен халыҡҡа еткереү идеяһы уянды. Өҫтәүенә был эштәрҙе бер майҙанда сәнғәт һөйөүселәргә лә еткерергә була бит. Замана шарттарына ярашлы, ошо рәүешле artrb.ru сайты барлыҡҡа килде. Унда рәссамдарҙың эштәре урынлаштырылды. Һәр кем үҙе лә ҡуя ала, сөнки сайт асыҡ форматта. Башҡортостан рәссамдарының халыҡ рейтингын билдәләү ҙә тап шунда бара. Был ниндәйҙер коммерция проекты түгел, беҙҙең партнерҙар – рәссамдар үҙҙәре. Әгәр инде уларҙың кемеһелер яҡты донъянан киткән икән, вариҫтары беҙгә ярҙам итә ала. Бергәләп атҡарырға ниәтләйбеҙ был эште.
–Конкурс әле ни рәүешле бара?
– Рәссамдарҙың китабын сығарыу ята был проект нигеҙендә. Уны башлағанда Башҡортостандың төрлө һөнәр эйәләре, төрлө тармаҡта эшләгән белгестәре миңә шулай ихлас ярҙам итер тип уйламағайным да. Был осраҡта башҡаларҙың һынлы сәнғәткә ҡарата мөнәсәбәте хаҡында әйтергә теләйем. Нигеҙендә яҡташ рәссамдарҙың ижадын пропагандалау маҡсаты ятҡан был конкурс күптәрҙә ҡыҙыҡһыныу уятты. Интернеттың мөмкинлектәрен файҙаланып, беҙҙең оҫталарҙы, уларҙың эштәрен, ошоноң аша тыуған яҡ тәбиғәтен республиканан ситтә лә таный башларҙар, һоҡланыуҙарын белдерерҙәр, тип өмөт итәм.
Алда әйткәнемсә, “Башҡортостандың яратҡан рәссамдары” проекты һуңында китап сығарыласаҡ. Унда исемдәре билдәлеләрҙең генә түгел, башлап ижад итеүселәрҙең дә күңел емештәре инәсәк. Заманса сәнғәт төрҙәре лә – стрит-арт, инсталляция, перфоманс кеүек йүнәлештәге эштәр буласаҡ. Һәр кем һүрәтен сайтҡа үҙе инеп тә ҡуя ала. Ойоштороу комитеты тарафынан эштәр тупланғас, тауыш биреү башланасаҡ. Әле апаруҡ ҡына рәсем йыйылды. Һәр оҫта биш эшен тәҡдим итә ала. Сайтҡа ингәндәр һүрәттәргә баһа бирәсәк, бынан тыш, танылған эксперттар комиссияһы әҫәрҙәрҙең сәнғәти кимәлен, юғарылығын да баһалаясаҡ. 1 июндән 1 октябргә тиклем дауам иткән сарала социаль селтәрҙәр аша ла һәр кем ҡатнашып, үҙенең ҡарашын белдерә ала.
Әйткәндәй, Интернет менән файҙалана белмәгән авторҙарға проекттың башынан аҙағына тиклем республика төҙөлөш отрядтары хәрәкәте белгесе Ирина Сухарева һәм был эшкә йәлеп ителгән студенттар ярҙам итәсәк.
– Номинациялар ҡаралғанмы?
– Эйе, әлбиттә. Профессионалдар – “Оҫталар”, формаль булмаған йүнәлештә ижад иткәндәр – “Перфоманс”, махсус белем алмағандар “Аҫылташ” номинацияһында ҡараласаҡ. Ай һайын һөҙөмтәләр күрһәтелеп барасаҡ.
Унан тыш, теге йәки был оҫтаның ижадын баһалаусылар айырым билдәләнәсәк. Иң шәп комментарий, пост, мәғлүмәти материал, видеоклип, йыр проект авторҙары тарафынан бүләкләнә. Рәссамдарға бағышлап йыр яҙыусылар ҙа бар: мәҫәлән, Сергей Круль йыр ижад итте.
Конкурс һуңында сыҡҡан китапҡа иң шәп 50 рәссам хаҡында очерк яҙыласаҡ, ә еңеүселәрҙе, әлбиттә, бүләктәр көтә. Сараны Йәштәр һарайында матур байрам менән 21 октябрҙә тамамлап ҡуйырға уйлайбыҙ.
– Ә рәссамдар үҙҙәре нисек ҡарай был конкурсҡа?– Ыңғай. Башҡорт һынлы сәнғәтен пропагандалаған проектты улар ҡеүәтләне. Мәҫәлән, билдәле рәссам Рәсих Әхмәтвәлиев әйтеүенсә, төрлө күргәҙмәләрҙән, рәсми сараларҙан тыш, был конкурс бөтөнләй башҡа аудиторияны ла туплауы ихтимал. Социаль селтәрҙәр аша Башҡортостан рәссамдарының эше менән башҡаларға ла танышыу мөмкинлеген булдырыуҙы ла хуплай.
Унан тыш, Башҡортостандың Рәссамдар союзы ла ярҙам ҡулы һуҙҙы. Улар был донъянан киткән оҫталарҙың эшен, фоторепродукцияларҙы сайтҡа ҡуйып барасаҡ. Йәнә лә союз етәкселеге эштәрҙе баһалаған эксперт советы составына инде. М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетының художество-графика факультеты деканы Тәлғәт Мәсәлимов, З. Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт академияһының художество факультеты деканы Әмир Мәжитов, М. Нестеров исемендәге Башҡорт художество музейы директоры Айрат Тереғолов, “Ала ҡарға” клубы президенты, Нефть-химия эшкәртеү институты директоры Эльшад Теляшев – эксперт комиссияһы ағзалары.
Тулыһынса уҡырға: http://bashgazet.ru/kultura-i-literatura/26910-bashortostan-rssamdaryny-izhadyn-baala.html