Башҡортостан Рәсәйҙең Дельфий рейтингында урын алды

Башҡортостан Рәсәйҙең Дельфий рейтингында урын алды

Башҡортостан Республикаһы Рәсәй төбәктәренең Дельфий рейтингында 12 урын яуланы. Исемлектә мәҙәниәт өлкәһендә йәш таланттарҙы эҙләү һәм уларға булышлыҡ итеүсе 39 төбәк.

Рейтинг 2011 йылдан алып төҙөлә. Унда Дельфий уйындары системаһында төбәктәрҙең сәнғәт өлкәһендә йәш таланттарҙы үҫтереүгә һәм биләмәнең социаль-иҡтисади үҫешен тәьмин итеүсе күрһәткестәр урын ала.

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, былтыр апрелдә Башҡортостан делегацияһы Рәсәйҙең XVI Йәштәр Дельфий уйындарынан һәм БДБ илдәренең XII Йәштәр Дельфий уйындарынан еңеү менән ҡайтты. Проектта Рәсәйҙең 76 төбәгенән һәм БДБ илдәренән 10 йәштән алып 25 йәшкә тиклем 2318 кеше ҡатнашты. Ярыштар классик, халыҡ һәм заманса сәнғәттең 31 номинацияһы буйынса үтте.

Рәсәйҙең XVI Йәштәр Дельфий уйындары һөҙөмтәләре буйынса Сибай сәнғәт колледжы студенты Алмас Хөсәйенов һәм Өфө сәнғәт училищеһы студенты Дарья Попова төрлө номинацияла алтын миҙалға лайыҡ булды. Урта махсус музыка колледжында белем алыусы Әмир Йәлимов көмөш миҙал яуланы.

 «Фортепиано» номинацияһында Дарья Гузеева (Урта махсус музыка колледжы), «Классик бейеү» номинацияһында Искәндәр Әнүәров (Рудольф Нуриев исемендәге Башҡорт хореография колледжы) дипломант тип танылды.  «Саксофон» номинацияһында Рафаэль Петров (Ғәзиз Әлмөхәмәтов исемендәге Республика гимназия-интернаты) махсус призға лайыҡ булды.

 БДБ илдәренең XII Йәштәр Дельфий уйындары һөҙөмтәләре буйынса Өфө сәнғәт училищеһы студенты Дарья Попова өсөнсө баҫҡысҡа күтәрелде.

 Сығанаҡ: Башҡортостан Хөкүмәтенең рәсми сайты

 

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb