"Башҡортостан тарихи биттәре" фестиваль-марафон сиктәрендә Дыуан районы презентациялана

"Башҡортостан тарихи биттәре" фестиваль-марафон сиктәрендә Дыуан районы презентациялана

Республикала “Башҡортостан тарихы биттәре” тигән республика фестиваль-марафоны дауам итә.

Бөгөн, 23 октябрҙә  Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһында Башҡортостан Республикаһы ойошторолоуға 100 йыл тулыуға арналған "Башҡортостан тарихи биттәре" муниципаль берәмектәр араһында халыҡ ижады фестиваль-марафон сиктәрендә Дыуан районы сығыш яһай.

Дыуан районында тыуып үҫкән, тамырҙары ошо районға барып тоташҡан һәр милләт вәкилдәрен осрашыуға саҡырабыҙ.

Башҡорт дәүләт филармонияһы сәхнәһендә райондың иң яҡшы ижади коллективтары сығыш яһаясаҡ, фойела милли ризыҡтар һәм сувенирҙар, сәнәғәт ойошмалары тауарҙары күргәҙмәһе, Дыуандың данлы үткәне һәм бөгөнгөһөнә арналған экспозиция тәҡдим ителәсәк.

Сараға рәхим итегеҙ, башлана 18.00 сәғәттә, инеү бушлай.

Дыуан районы — Башҡортостандағы муниципаль район. Административ үҙәге — Мәсәғүт ауылы. Свердловск өлкәһенең Красноуфим районы, Башҡортостандың Мәсетле, Ҡыйғы, Салауат, Нуриман, Ҡариҙел, Асҡын райондары менән сиктәш.

Милли составы буйынса районда урыҫтар, башҡорттар, татарҙар, мордвалар йәшәй.

Дыуан билдәле шәхестәре менән ғорурлана: Байышев Таһир Ғәлләм улы -башҡорт тел белгесе, Ившин Аркадий Игнатьевич- ауыл хужалығы эшмәкәре, Әхмәтов Радик Рәхимйән улы -ғалим-биохимик.

 

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb