"Башҡортостан тарихи биттәре" фестиваль-марафон сиктәрендә Ишембай районы презентацияланды

"Башҡортостан тарихи биттәре" фестиваль-марафон сиктәрендә Ишембай районы презентацияланды

Республикала “Башҡортостан тарихы биттәре” тигән республика фестиваль-марафоны дауам итә.

Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһында Башҡортостан Республикаһы ойошторолоуға 100 йыл тулыуға арналған "Башҡортостан тарихи биттәре" муниципаль берәмектәр араһында халыҡ ижады фестиваль-марафон сиктәрендә Ишембай  районы сығыш яһаны.

Байрам Ишембай ҡалаһы һәм районынан 400-гә яҡын кешенең һәм Өфөлә йәшәүсе яҡташтарҙың матур осрашыуына әйләнде. Илдә генә түгел, донъяла данлыҡлы предприятиелар, фабрика һәм башҡа ойошмалар күргәҙмә ойошторҙо. Төбәк йырсылары, бейеүселәре һәм үҙешмәкәр коллективтары "Башҡортостан тарихы биттәре" фестиваль-марафон сиктәрендә сығыш яһаны.

Ишембай донъяға ҡара алтыны менән билдәле. Уның ҡала булып формалашыуының нигеҙендә лә ошо ер аҫты байлығы ята. Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһы сәхнәһендә Башҡортостандың 100 йыллыҡ тарихы биттәрен бөгөн итап улар барлай.

Күп күренекле шәхестәр, ил улдары үҫтергән төйәк ул юрматы ере. Алыҫта ҡалған һайын Ватаныбыҙ яҙмышы тип янған кешеләрҙең исемдәре онотолмай, ә тағы ла матурыраҡ һәм сағыуыраҡ төҫ ала. Исемен ҡасандыр телгә лә алырға рөхсәт ителмәһә лә нисәмә быуын ошо ерлектә Зәки Вәлиди өлгөһөндә тәрбиәләнгән.

Моң эйәһе Альберт Шаһиев, "Бер ҡамыт", "Рябинушка" һәм башҡа халыҡ ансамблдәре 90 кешенән торған Башҡорт халыҡ хоры - бөгөн филармония сәхнәһендә Ишембайҙың иң- иңдәре сығыш яһаны. Ә бер нисә ауылды берләштергән ижади коллективтар репертуар үҙенсәлеге менән ҡыуандырҙы.

 

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb