Башҡортостан тарихи паркында Анатолий һәм Аркадий Холоповтарҙың күргәҙмәһе асылды

Башҡортостан тарихи паркында Анатолий һәм Аркадий Холоповтарҙың күргәҙмәһе асылды

Башҡортостан күргәҙмәләр залының тарихи паркында билдәле рәссамдар аталы-уллы Анатолий һәм Аркадий Холоповтарҙың берлектәге күргәҙмәһе асылды.

Күргәҙмә ике өлөштән тора. Анатолий Холопов - совет дәүере рәссамы. Ул башлыса плакаттар яҙған, рәссам булараҡ китап сығарыу эшендә ҡатнашҡан. Күргәҙмәгә ҡуйылған плакаттарының күбеһе билдәле театрҙар менән хеҙмәттәшлеге һөҙөмтәһе булып тора. Икенсе залда улы Аркадийҙың эштәре - Православие руханиҙары һүрәтләндерелгән. Еванглие сюжеттарына ҡоролғандары ла күргәҙмәгә килеүселәрҙә ҙур ҡыҙыҡһыныу уята. Ебәк графикаһы техникаһында башҡарылған был эштәр башлыса Православ сиркәүе заказдары буйынса үтәлгән. Икона яҙыу оҫтаһы Аркадий Холоповтың әҫәрҙәре Ер шарының 60-лап ғибәҙәтханаларында урын алған.

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb