Башҡортостан вәкилдәре «Мәҙәниәттәр диалогы» Бөтә Рәсәй йәштәр милләт-ара лагерында ҡатнаша

Башҡортостан вәкилдәре «Мәҙәниәттәр диалогы» Бөтә Рәсәй йәштәр милләт-ара лагерында ҡатнаша

24-28 августа Саранск ҡалаһында «Мәҙәниәттәр диалогы» Бөтә Рәсәй йәштәр милләт-ара лагеры үтә. Башҡортостандың ижади йәштәре был сарала 5 йәүнәлеш буйынса ҡатнаша.

- Мин «Милли аш-һыу» номинацияһында ҡатнашам. Конкурс өсөн үҙебеҙҙең башҡорт бауырһағын әҙерләнем. Фуд-блогер булараҡ, төрлө халыҡтың милли ризыҡтарының нисек әҙерләнеүен өйрәнгем килә. Яңы рецептар яҙып алып ҡайтырға теләйем, - ти БР Халыҡтар дуҫлығы йорто методисы, билдәле башҡорт блогеры Зөбәржәт Утарбаева.

«Красный Яр» тарихи-мәҙәни үҙәге методисы Алена Шәмсетдинова үҙе менән үҙенсәлекле ҡуласа алып барған: ундағы сепрәк ҡурсаҡтар йыл айҙарын сағылдыра. Йәш белгес шулай уҡ яҡшы хәбәрҙәр алып килеүсе ҡурсаҡ-ҡыңғырауҙар эшләү буйынса оҫталыҡ дәресе үткәрә. Мари тарихи-мәҙәни үҙәгенең баш белгесе Алексей Ибулаев туған халҡының фольклоры менән таныштыра, ә Тәтешле районынан уҡытыусы Татьяна Монжерина удмурт милли сәскәһен эшләргә өйрәтә. Этномузыкология буйынса белгес Наҙгөл Иҫәнйәрова "Мәҙәниәттәр диалогы"нда икенсегә ҡатнаша, быйыл ул башҡорт милли кейеме менән таныштыра.

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb