Башҡортостан Яҙыусылар союзы булдырылыуға – 85 йыл тулды

Башҡортостан Яҙыусылар союзы булдырылыуға – 85 йыл тулды

Башҡортостан Республикаһы Яҙыусылар союзы — Башҡортостан Республикаһы әҙиптәрен яҙыусылар, шағирҙәр һәм драматургтар берләштереүсе һөнәри ижади йәмәғәт ойошмаһы. Башҡортостан яҙыусыларының 1934 йылдың 15 мартында үткән I съезында «Башҡорт АССР-ы Яҙыусылар берлеге» исеме менән рәсми нигеҙҙә ойошторола. Рәйесе итеп Афзал Таһиров, рәйес урынбаҫары — Ғабдулла Амантай, берлек сәркәтибе итеп Мөслим Марат һайлана.

Бөйөк Ватан һуғышы башланғас, Башҡортостан Яҙыусылар Союзының күп ағзалары үҙ теләге менән фронтҡа китә.

Шул уҡ ваҡытта фашист илбаҫарҙары баҫып ингән төбәктәрҙән илдең үҙәк өлөшөнә эвакуациялау башлана. Был ижади ойошмаларға ла ҡағыла.Башҡортостанға ғилми учреждениелар, шул иҫәптән 18 фәнни институты менән УССР Фәндәр академияһы, Украинаның Композиторҙар, Рәссамдар, Яҙыусылар, Архитекторҙар союздары, Т. Шевченконың, М. Коцюбинскийҙың мемориаль музейҙары күсереп килтерелә.

Ауыр ваҡытта Башҡортостан, башҡорт халҡы эвакуацияланып килгәндәрҙе туғандарса хәстәрлек менән ҡаршы ала. Өфөнөң Гоголь урамындағы ҡасандыр Мәжит Ғафури йәшәгән 28-се һанлы бер ҡатлы ағас йортта Украина ССР-ы Яҙыусылар Союзын урынлаштыралар.Бында төрлө саралар үткәрелә, украин яҙыусылары, журналистары унда юлайҡан да килеп сыға.

1943 йылдың 10 ғинуарында барлыҡ тиерлек украин яҙыусылары Өфөгә килә: бында Украинала совет власы урынлашыуының 25 йыллығына арналған тантаналы пленум уҙғарыла.

Башҡортостан Республикаһы Яҙыусылар союзының идара рәйестәре:
Афзал Таһиров — 1934—1937
Төхфәт Йәнәби — 1937
Йософ Гәрәй — 1937—1939
Низам Ҡәрипов — 1939—1941
Баязит Бикбай — 1941—1942
Сәйфи Ҡудаш — 1942—1948
Әхнәф Харисов — 1948—1951
Мостай Кәрим — 1951—1962
Назар Нәжми — 1962—1968
Хәким Ғиләжев — 1968—1973
Әсғәт Мирзаһитов — 1973—1988
Динис Бүләков — 1988—1995
Рауил Бикбаев — 1995—2011
Юлдашбаев Азамат Рәмил улы — 2011
Ҡәҙим Аралбаев — 2011—2012 (рәйес вазифаһын башҡарыусы)
Риф Тойғонов — 2012—2014
Фәрзәнә Ғөбәйҙуллина — 2014 йылдың ғинуарынан (рәйес вазифаһын башҡарыусы)
Наил Ғәйетбай — 2014 йылдың апреле — 2016 йылдың 29 ноябре
Әлибаев Зәки Арслан улы — 2016 йылдың 29 ноябренән алып бөгөнгө көнгәсә. (рәйес вазифаһын башҡарыусы)

 

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb